Яҙмыш бүләге бесплатное чтение

Скачать книгу

– Ну, Һылыу, һин даешь, идеальный егеттәр кинола ғына була торған, не говори, что һин еще принца ждешь? Не будь такой наивной!

Бүлмәләш ҡыҙы Рида ярым русса, ярым башҡортса Һылыуҙы шулай игәй торған. Үҙе бер туҡтауһыҙ телефонында нимәлер баҫҡылай.

– Ҡара ниндәй красавчик!

Ул ҡарашын тәҙрәгә төбәп ултырған Һылыуға ялтанды:

– Шунан как тебе?

Телефон экранынан ауыҙ йырып ниндәйҙер шыйыҡсалы стакан тотоп ултырған ҡараҡас алсаҡ йөҙлө егет күренде.

– Беҙ уның менән кисә дискотекала таныштыҡ.

– Үҙеңә оҡшаһа, ярай инде. Матур егет, эйе.

– Блин, һинең менән так скучно иногда…

Әхирәте ирене бүлтәйтеп урынына ҡайтты.

“Эх, Рида, һинең ҡайғыларың миндә булһасы… Атайҙың яңы ҡатыны һыйҙырмағас, ун һигеҙ тулыу менән айырым торлаҡ эҙләргә тура килде бит миңә. Ярай, һин, һыйындырҙың… Шаталаҡ тойолһаң да, һинән да изге күңелле кеше юҡтыр… Ләкин мин шул хәтлем өйөмдө һағынам, үҙ бүлмәмде, әсәй тере булғанда бик бәхетле инем мин унда…” Һылыу уфтанып ҡуйҙы. Тик кем уйлаған атаһы яңы ҡатын алырын, ә ул ҡатындың ирен теләһә нисек борғоларға һәләтле булыуын.

– Ридаҡайым, үпкәләмә, кем менән булһаң да, бәхетле булһаң, мин шат буласаҡмын. Бәхетең бер көнлөкмө, ғүмерлекме – тормошоңа һин тик хужа! Ә мин һәр ваҡыт яныңда булырмын, бер ялҡытҡансы…

– Юха, ҡарай телең татлы… Ә бер уйлаһаң, зачем беҙгә егеттәр, беҙ икебеҙ генә булһаҡ та бәхетле шулай бит?

Зарланырға әлегә бер сәбәп тә юҡ төҫлө. Ювелир салонында һатыусы булып эшләп йөрөй, хужабикәһе лә ҡаҡмай-һуҡмай, әйләнгән һайын, премия менән бүләкләй… Шулай ҙа аҡсаһын тотонорға ашыҡмай, йыя. Нимәгә тотонор белмәй әле, әммә йыя. Донъя хәлен белеп булмай бит.

Рида әхирәтенең хәлен аңлай, күңелен күтәрергә тырыша.

Һылыу рәхмәтле ҡарашын ҡаршыла шарҡылдай-шарҡылдай тиктоктан роликтар ҡарап ултырған ҡыҙға төбәне.

– Әлбиттә, шулай, ҡарале, дүрт стенала ултыраһым килмәй, шәмбе бит, әйҙә, тышҡа сығайыҡ , һәләк көн матур… Ошондай матур йәйге кисте әрәм итеп булмай ҙа!

– Һәйбәт идея, как раз миңә яңы сумочкамды елләтеп килтерергә кәрәк!

Рида, сумкалар ҡоло, бар эшләгән аҡсаһын шуларға тыға, һәм яңы кейемдәргә. Шкафҡа һыймай хәҙер улары. Шопоголик, тиҙәрме әле..

– Ну , ҡупыҡ!

– А как же!

Бер аҙҙан урам буйында уларҙың көлөшөүе яңғыраны.

***

Мэр булып һайланыуына Сәғит Әсғәтовичтың инде икенсе йыл. Еңел эш түгел инде, бер яҡтан төрлө зарҙары менән халыҡ баҫым яһаһа, икенсе яҡтан унан юғарыраҡ түрәләр яҡшы күрһәткестәр талап итә. Ике ут араһында инде. Ике яҡтан да өтөп баралар. Валлаһи, белгән булһа мэрлыҡҡа кандидатураһын ҡуймаҫ та ине. Хәҙер инде страус һымаҡ башты ҡомға тығып булмай, вазифаны башҡарырға кәрәк. Бына хәҙер, йәштәр көнөнә берәй күркәм сара ойошторорға ҡуштылар. Ғәҙәттә, дискотека ғына үткәрә торғайнылар. Нимә уйлап сығарырға икән? Ә, бер уйлаһаң, ни эшләп ул был хаҡта ҡайғыра?

Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе әйҙә баш ватырға тейеш түгелме?

– Әлиә Әмировна, Айнур Сәғитовичты саҡырығыҙ әле.

Бер аҙҙан мэр кабинетында ыҫпай егет хасил булды.

– Һаумы, атай…

– Тссс, эш урынында улай тип өндәшмә тип әйттем түгелме?!

– Ғәфү итегеҙ, Әсғәт Сәғитович, э-э-э,бүтән ҡабатланмаҫ! – тыңлаусан баш эйҙе йәш белгес.

Хакимиәттә уларҙың аталы-уллы икәнлеген беләләр ине, шулай ҙа улы атаһынан алдараҡ эшкә урынлашҡайны. Ул ваҡыт Әсғәт Сәғитович мәктәп директоры ғына ине.

– Белеп ҡуй бында беҙ ул менән атай түгел. Мин башлыҡ, ә һин подчиненный. Неформаль мөнәсәбәт тыйыла.

– Аңлашылды, Сәғит Әсғәтович!. Ниндәй сәбәп буйынса саҡырттығыҙ?

– Үҙең беләһең, июнь аҙағында Йәштәр көнө. Берәй ғәҙәти булмаған сара үткәрергә кәрәк. Иртәгә тиклем мейе штурмы үткәр ҙә, варианттар тәҡдим ит.

– Ярай, Сәғит Әсғәтович!

– Бар яуаплылыҡ менән ҡара был эшкә. Улым булһаң да, поблажка булмаясаҡ.

– Аңлашылды, Сәғит Әсғәтович!

Егет боролоп ишек яғына йүнәлде. Һәм кинәт мэр яғына боролдо ла:

– Әсәй шылтыратты, бөгөн олатай менән өләсәй ауылдан киләсәк. Ваҡытында ҡайт! -тине тауышын кәметеп. Үҙе йылмая.

Әсғәт Сәғитович: һиңә әйт ни, стенаға әйт ни, тигәндәй уға ҡараш һирпте. Атай тип эштә атама тип әйләнгән һайын иҫкәртә.

– Ярай, ярай, мин тырышырмын… Бар эшең менән бул! Һәм иртәгә тәҡдимдәр өҫтәлдә ятһын!

Яуап урынына Айнур Сәғитович һалдаттарса салют бирҙе лә ишек артында юғалды.

***

"Ошо атаһы әллә ҡайҙан мэр булып китте, әй. Барыһынан да бигерәк миңә талапсан." Хакимитәт бинаһы коридоры буйлап үҙ кабинетына юлланғанда, Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Айнур Сәғитович шуны уйланы. Әлбиттә, ул атаһын аңлай. Уның урынында булһа, бәлки, Айнур ҙа тап шундай булыр ине. Ләкин бит блат буйынса эшкә кермәне бит. Мәктәптә үк актив позициялы егет булды ул. Төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөнө, волонтерлыҡ эштәре менән шөғөлләнде. Хакимиәт тарафынан төрлө грамоталар менән йыш билдәләнде. Етмәһә, гирь күтәреү буйынса ла уңыштары бар. Шуға ла юридик белгеслеге буйынса юғары уҡыу йортон бөтөрөп ҡайтҡан Айнурға хакимиәттә эш тәҡдим иттеләр. Ул әҙерәк уйлап йөрөнө лә риза булды: амбициялар сит түгел ине йәш кешегә. Йәмғиәткә файҙалы булыу тигән теләк тә бар. Эшләгән өс йыл дәүерендә ул ең һыҙғанып эшләргә тырышты. Йәштәр бер аҙ һүлпәнерәк хәҙер, ойоштороуы ауыр. Сараларға йәлеп итеүгә күп көс түгергә тура килә. Әммә бирешмәй йәш белгес, яуаплылыҡтан ҡурҡыр әҙәм түгел. Атаһы шулай тәрбиәләне. Уның авторитеты ҡалала ҙур. Айнурҙың да шундай булаһы килә.

– Эй, урынбаҫар, тиктокта ултырыу етәр, эш көнө күптән башланды…

Ҙур булмаған күн диванда йәйелеп шым ғына хихылдап ултырған ҡараҡас егет шунда уҡ һикереп торҙо.

– Ғәфү итегеҙ, Айнур Сәғитович, ғәйеплемен…Бер таныш ҡыҙ ебәргәйне, бигерәк көлкөлө…

– Һинең ҡыҙҙар менән осрашырға ваҡытың бармы? Халыҡ ихтыяжы һағында торғанды онотаһың ахыры.

– Дуҫтар өгөтләгәс, дискотекаға сыҡҡаймын. Хоҙай шаһит, бер ниндәй хилафлыҡ ҡылманым. Эсмәнем, тәмәке тартманым, өҫтәл артында ғына ултырҙым…

– Ҡара, беҙҙең эштә репутация барыһынан өҫтөн. Беҙ өлгө булырға тейешбеҙ.

– Все, все аңланым. Шунан ниндәй боевое задание бирҙе господин мэр?

– Йәштәр көнөнә бығаса булмаған сара ойошторорға ҡушты. Дискотеканан тыш.

Һәм иртәгә варианттар уның өҫтәлендә булырға тейеш.

– Атайың талапсан шулай ҙа. Ул килгәндән бирле хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә тыныслыҡ юҡ…

– Ярай, был хаҡта һүҙ ҡуйыртмайыҡ. Иң мөһиме, үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты үтәү.

– Сорян, начальник. Дөрөҫ әйтәһең. Тап шулай.

Улар өҫтәлдәре артына эшлекле ҡиәфәттә урын алдылар

***

Бөгөн ниндәйҙер күңелһеҙ көн. Һатып алыусылар ҙа һирәк. Выручка әҙ булһа, премия тәтемәй инде ай аҙағында. Шул мәл салонға бер егет килеп инде. Эх, була бит шундай сибәрҙәр. Яурындары киң, спорт ярата ахыры. Ҡарағусҡыл сәстәре маңлайына төшкән. Өҫтөнә кейгән костюмы ҡытай ширпотребы түгел икәнлеге күренеп тора.

– Һаумыһығыҙ, өләсәйемдең юбилейы, алтын алҡалар бүләк итергә ине.

– Рәхим итегеҙ! Бына ошоларҙан ҡарай алаһығыҙ.

Егет оҙаҡ һайланды. Күренеп тора яҡын кешеһенең күңелен күрергә теләй.

Кинәт телефоны шылтыраны.

– Һаумы, атай! Мин ҡайҙамы? Ювелиркаға килгәйнем, өләсәй юбилейын үткәрмәйек, тиһә лә, бүләкһеҙ булмай бит…

.. Ҡара, Сәғит Әсғәтович, мэр булһаң да, һуңлай күрмә, әсәй кәрәгеңде бирер….

Тимәк, был егет ҡала башлығының улымы? Осраҡлы ғына һөйләшеүгә шаһит булғанлығынан уңайһыҙланып китте.

– Шунан һайланығыҙмы?

– Эйе, ошолар – изумруд менән.

– Яҡшы, мин хәҙер һеҙгә бүләк һауыты килтерәм…

Егет сығып китте, артынан ҡиммәтле хушбуй еҫе генә ҡалды….

Күңелле талпынды ла кире һүрелде… “Эх, Һылыу, хатта хыялланма! Ундайҙар һинең һымаҡҡа күҙ һалмаясаҡ, ул кем дә, һин кем тигәндәй"…

Ул салондың үтә күренмәле фасады аша күҙ һалды. Сауҙа үҙәгенән кеше өҙөлмәй. О, тик был түгел. Эскалаторҙан ике ҡыҙы менән үгәй әсәһе күренде. Бында килмәһәләр генә ярар ине. Ул туалетҡа киткән иптәштәшенә смс ебәрҙе: “Йә, һин ҡайҙа?”

Ләкин хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, улар туп-тура уның салонына юл алды.

– Әсәй, миңә балдаҡ ал әле.

– Ә миңә алҡалар!

– Ярай, ҡарарбыҙ!

Ҡыҙҙар сыр-сыу килде. Әйтерһең дә, сауҙа үҙәгендә үҙҙәре генә

"Бәлки улар мине танымаҫтар…"

– Әсәй, ҡара әле. Был Һылыу түгелме?

Өс пар күҙ уға ҡаҙалды.

– Һаумыһығыҙ! Сәләм, Айгөл, сәләм, Яҙгөл!

– Бер ни булмағандай иҫәнләшкән була бит әле, байғош!

Унан ике йәшкә олораҡ, сағыу макияжлы Айгөл ауыҙындағы һағыҙын шапылдап сәйнәй-сәйнәй уға яуап бирҙе.

– Бына бит беҙһеҙ ҙә бик матур йәшәп ятаһың, ахыры. Йылы ерҙә эш тапҡанһың. Әтеү, атайың ҡайғырған була.

Үгәй әсәһе дорфа ғына уға ҡараны. Уның ҡараштары аҫтында үҙен ҡарсыға ябырылырға теләгән себеш һымаҡ тойҙо.

– Йә, сығар алтын-көмөштәреңде. Ҡыҙҙарымды ҡыуандыраһы килә.

Һылыу ни өсөндөр күндәм генә улар алдына нимә бар шуны ҡуйҙы. Әллә ни эшләп ошо ҡатын алдында бәлтерәй ҙә төшә.

Балдаҡ, алҡаларҙы алай ҙа былай ҙа ҡарап хәлдәре бөттө.

– Юҡ, бында минең зауығымды ҡәнәғәтләндерерлек бер нәмә лә юҡ!– тип сыр-сыу килеп кире сығып киттеләр.

Уларҙан һуң балдаҡ-алҡаларҙы тәртипкә килтереп хәле бөттө. Барыһы ла урынында төҫлө. Шулай ҙа гранат ҡашлы алҡа менән балдаҡ күренмәне.

Ул иптәштәшенән һорарға булды.

– Ҡара әле, гранат ҡашлы алҡалар менән балдаҡты һатманыңмы?

– Юҡсы, – тип яуапланы уныһы.

Берәй ҡайҙа төштөмө икән? Сантиметр сантиметр һәр ерҙе ҡарап сыҡты. Башына килгән маҙалы уйҙан арынырға тырышты: үгәй әсәләренең эшеме? Шундай уҡ түбәнлеккә төшмәҫтәр ҙә инде.

Ул камера төшөргән видеоға ла күҙ һалды, камера ике яҡтан ҡарап торһа ла, бер ни тапманы.

Ике көндән ревизия. Шуға тиклем йә уларҙы табырға, йә булмаһа хаҡын ҡапларлыҡ аҡса һалырға кәрәк кассаға. Ҡағиҙәләр буйынса кемдең сменаһында юғала, шул яуап бирә.

Ҡыйбатлы комплектарҙың береһе ине, хаҡы йөҙ меңгә яҡын. Тапмаһа, ни эшләргә?

Йыйған аҡсаһы 50000 генә. Кредит алып ҡарармы икән инде. Эштән ҡыуырмы икән хужабикәһе, йомшаҡ күренһә лә, эш боҙғандарға ҡаты ул.

Бына уны яҙмыш шул тиклем һынай икән: әсәһенәнән, тыуған йортонан, атаһынан айырғаны етмәгән. Тыныс йәшәргә лә юл бирмәй.

Ул кис буйы мендәрен ҡосаҡлап иланы ла иланы. Рида, нимә булды, һин миңә әхирәт түгелме, юҡмы, тип янаһа ла, бер ни өндәшмәне. Күңелендәге ғазабы уны телһеҙ итте, ахыры.

Иртәгәһенә банкка кереп кредит алыу-алмау мөмкинлеген һораштырҙы, йыйған 50000 аҡсаһын һаҡлыҡ иҫәбенән алды.

Хужабикәһенә алтындарҙы юғалтыуы хаҡында һөйләне, уны ҡапларға әҙер булыуын әйтте.

– Ярай, мин һиңә ышанам. Эштән ҡыуырға йыйынмайым, бынан һуң иғтибарлыраҡ бул.

Кредит алма, зарплатаңдаң түләп барырһың ҡалғанын.

Һылыу бындай яҡшылыҡ көтмәгәйне, барҙы ла етәксеһен ҡосаҡлап алды.

– Ярар, булыр, илама, күҙҙәрең ана шешенеп бөткән, бөгөн ял ал, һатып алыусылар алдында бындай ҡиәфәттә күренергә ярамай.

***

– Улар ғына алған инде, кем булһын! Вот убырҙар!

– Дәлилдәр юҡ бит, нисек иҫбатлайһың, йә, ярай, иң мөһиме, мине эштән ҡыуманылар.

– Улар ғына алған инде, кем булһын! Вот убырҙар!

Ридаға ниһайәт гранат алҡалар һәм балдаҡтың юғалыуы хаҡында һөйләгәс, ул сығырынан сыҡты.

– Дәлилдәр юҡ бит, нисек иҫбатлайһың, йә ярай, иң мөһиме, мине эштән ҡыуманылар.

– Уныһы шулай ҙа… Һинең өсөн йән көйә бит, тинләп йыйған аҡсаңды алып бар һал әле…

Рида әхирәтен нисек йыуатырға белмәне. Бер алдына, бер артына сыҡты, бер уфтанды, бер асыуланды…

– Йә, ярай, минән дә артығыраҡ борсолаһың түгелме… Иң ҙур юғалтыуым шул булһын. Аҡса табыла ул, баш иҫән булһын…

– Ҡара, йортоңа ҡайтып, бәлки ипләп кенә тентеп ҡарарғалыр?..

Рида һаман тыныслана алмай ине.

– Ҡапыл ҡайтып керһәм, сәйер тойолор ул…

Атаһы бер көн яҙғайны ла, ваҡытың булһа, кереп сыҡ тип… Үгәй әсәһе, һәм уның ҡыҙҙары менән осрашаһы килмәгәс, төрлө һылтау табып баш тарта килгәйне, ҡәҙерлеһен бик күрәһе килһә лә. Әммә ул һаман уны ғәфү итә алмай, яңы ҡатының ҡотҡоһона бирелеп, тап атаһы уны өйҙән китеүгә сәбәпсе булды ла. Ныҡ хәйләкәр һәм аҫтыртын булыуын тик Һылыу ғына беләлер. Башҡалар Гөлсимә Мәҡсүтовнаны үтә алсаҡ һәм киң күңелле итеп белә. Атаһының бизнесын күтәрергә ярҙам итте, әсәһе үлгәс бирешеп киткәйне шул атаһы, бар эштәрен ташлап. Шуғамы атаһы яңы ҡатынын алиһәләй күрә, ә бына Һылыу уның бәхетенә ҡаршы тороусы, йәнәһе.

Гөлсимә ханымдың үгәй ҡыҙҙы тәрбиәләгеһе килмәгәндер инде, был теләген башҡалар алдында йәшерҙе, киреһенсә, ҡайғыртыусан булып ҡыланды. Тик бына Һылыу менән яңғыҙ ҡалһа, ысын йөҙөн күрһәтергә ҡурҡманы, киреһенсә, ялсы, хеҙмәтсе урынына күрҙе. Иң бәләкәй бүлмәгә күсерҙе, ике ҡыҙына уның бүлмәһен йүнәтте, ләкин барыһына ла түҙерлек ине. Бер көн ҡыҙ әсәһенең фотоларын сүп-сар һауытында тапты, ошо һуңғы сик булды ла. Бер ҡасан да үҙенән ололарға һүҙ әйткәне юҡ ине, был юлы өндәшмәй түҙә алмаҫын тойҙо. Әммә ул ҡатын ҡымшанманы ла, Һылыуҙың илай-илай әсәһене портретын ҡосаҡлап әйткән һүҙҙәрен таш йөҙ менән тыңланы. Ә кис ҡыҙҙы атаһы саҡырып алды, берҙән-бер яҡын кешеһенән яҡлау өмөт иткән Һылыу ҡолағына ышанманы. Йәнәһе, ул донъя бутаусы, татыу йәшәгеһе килмәй, тәрбиәһеҙ, һәм башҡалар… Йә, ул үгәй әсәһе алдында ғәфү үтенә, йә сығып китә… Быға тиклем ғәйебе булмаһа ла, йыш ҡына баш эйә ине Гөлсимә апаһы алдында. Уныһы аҡты ҡара итеп күрһәтеүгә бик оҫта шул.

Был юлы әсәһе рухына хыянат итә алмаҫын аңланы. Әйберҙәрен йыйнаны ла, Рида янына күсте. Атаһы бер нисә көндән шылтыратһа ла, алманы. “Минең менән барыһы ла һәйбәт, борсолма”, тигән хәбәр генә ебәрҙе. Атаһының ҡыланышын ныҡ ауыр кисерҙе, һаман иҫкә алһа, күкрәгенә һауа етмәгән төҫлө, тыны ҡыҫыла башлай. Рида күрмәгәндә, төндәрен битен мендәргә баҫып өнһөҙ һыҡтай торған. Әхирәте былай ҙа уның өсөн ныҡ бөтөрөнә, үгәй әсәһе генә түгел, уны бик йыш ҡына йәберләгән Айгөл менән Яҙгөлдөң иманын уҡытыу әмәлен уйлап сығарайыҡ, ти. Ләкин Һылыуҙың улай үс алып йөрөгөһө килмәй, ундай теләге юҡ. Эх, әсәһе тере булғанда, бәхетле булған икән дә. Хәҙер сағыштырмаса аяҡҡа баҫҡан төҫлө лә, тик күңеле таяуһыҙ һымаҡ. Әммә тормош дауам итә. Бәлки берәй ҡасан күңеле бөтөнәйер, уны яҡлар һәм ысын йөрәктән яратыр кеше осрар.

– Йә, инде күңелһеҙләнеп ултырмайыҡ, Рида, минең менән барыһы һәйбәт!

– Ысынлапмы, һин минән йәшермә, йәме, әгәр әхирәт һанаһаң…

– Әлбиттә, матурым, әлдә һин бар..

Һылыу бүлмәләшен ихлас ҡосаҡлап алды. – Әлдә һин бар, ысын күңелдән әйтәм!

– А знаешь что? Әйҙә, ял көнө тәбиғәткә сығайыҡ. Помнишь, мин һиңә бер егеттең фотоһын күрһәткәйнем, исеме Марат, ул миңә как раз тәҡдим иткәйне…

Руссалап һөйләшә башлағас, тимәк, Риданың кәйефе йүнәлде, тигәнде аңлата.

– Йә, ярай, артыҡ тәгәрмәс булып йөрөгө килмәй ҙә.

– Кит, юҡты һөйләмә, мин уға иптәш егет ал, тиермен. Һиңә лә әҙ-мәҙ ир заты менән аралаша башларға кәрәк.

– Ну, Рида, әйҙә, икенсе тапҡыр, егет ҡайғыһы юҡ та…

– Юҡ, хәл ителгән, бергә барабыҙ. Миңә иптәш булырһың, әтеү яңғыҙым егет менән булыу шөрләтә әле.

Һылыу сылтыратып көлөп ебәрҙе. Баҫҡан ерендә ут сығара яҙған Рида, һәм шөрләйме?

– Ниңә көләһең, мин тыштан ғына бошмаҫ күренәм…

– Ярай, ярай, аҙаҡтан тик ғәйепләмә, романтикабыҙҙы боҙҙоң тип…

– Бына күр, һиңә лә егет табам мин, һөйөү утында яныу шул хәтлем татлы хис, мммм… Шул ҡараҡасты уйлаһам, тәндәрем зымбырлап китә.

– Бәй, һин ғашиҡ булдыңмы әллә, ниңә әйтмәйҙә йөрөйһөң?

– Эх, әхирәт, саҡ үҙем аңланым, күп егеттәр артымдан йөрөй бит, быны ла шул иҫәптән тип уйлағайным… Әллә ни әһәмиәт бирмәнем, ләкин тора-бара юҡһына башланым, бик йыш осрашып та булмай, күбеһенсә шул виртуаль аралашабыҙ… Ул шундай вежливый, бер пошлость яҙмай. Шуға аңланым: ҡулдан ысҡындармаҫҡа кәрәк. Но начальнигы һис тынғы бирмәй, бер йомошсо күрә, ахыры. Ҡайҙа эшләгәнен һорарға оялам, үҙе лә әйтмәне. Был юлы шарт ҡуйҙым: йә, матур свидание ойоштораһың, йә мин һинең менән ташлашам, тип. Үҙем шулай тинем дә, үҙем ҡурҡам, ысынлап та ташлашырға тура килһә тип… Дуҫының күл буйында йорто бар икән, шунда тәбиғәт ҡосағына саҡырҙы. Йә, ризалаш, бергә күңеллерәк бит.

– Ярай, әтеү, һиңә ҡаршы сыға алмайым, ҡала шауынан ялҡытыла, минең дә баш елләп ҡалыр.

Рида ҡәнәғәт йылмайҙы.

***

– Йә, Айнур, ҡарышма инде, оҡшатҡан ҡыҙым әхирәтен алам, ти, әйҙә иптәшкә. Үтенеп һорайым, зинһар, риза бул. Свиданиебыҙ ҡыл өҫтөндә.

– Мин һиңә күл буйындағы йортто бушҡа белештем, һиңә тағы ни етмәй?

– Һин етмәйһең.

– Ҡыҙҙар ҡайғыһы юҡ миндә. Сараға әҙерлек менән баш ҡатҡан. Мин, әлбиттә, һинең шәхси тормошоңа ҡыҫылырға хаҡым юҡ, шулай ҙа…

– Бер кис, бары бер кис, бер кис эш тураһында оноторға мөмкиндер бит. Вәғәҙә: унан һуң бар көсөмдө булаһы сараға түгәсәкмен! Йә, ыңғайла инде, Риданың( минең ҡыҙҙың исеме шулай) әхирәте һәйбәт кенә тыйнаҡ ҡына ҡыҙ, ти, мин һинән бер ни талап итмәйем, шунда әҙ-мәҙ һүҙ ҡушһаң еткән. Исеме Һылыу.

Һылыу. Ҡалай матур исем! Исеме есеменә тап киләме икән?

– Йә, ярай, һинән ҡотолоп булмаҫ, тик ҡара, бер ниндәй алкоголь булмаҫҡа тейеш. Енем һөймәй шул эскене.

– Окей, босс.

Эш аҙнаһының һуңғы көнө, ниһайәт. Айнур инде икенсе көн баш вата, Йәштәр көнөнә ниндәй сара үткәрергә икән тип. Зауыҡлы ла булһын, ҡыҙыҡлы ла, йәштәрҙе йәлеп итерлек тә.

– Эврика!

Урынбаҫары саҡ ултырғысынан төшөп китмәне

– Беләһеңме, нимә модала хәҙер?

– Шунан, нимә?

– 90-сы йылдар тематикаһы. Әйҙә, шундай стильдә дискотека үткәрәйек. Шул йылдарҙағы йырҙарҙы ҡуяйыҡ. Бик шәп буласаҡ, мин әйтте тиң!

Айнур Сәғитович уйлай ҡуйҙы. Ысынлап та матур идея бит. Тематик сара мауыҡтырғыс булырҙай.

– Башың эшләй икән әлегә, тикток ҡарап алйып бөткәнһең икән тиһәм, миңә оҡшай. Әйҙә, деталдәрен уйлаштыр. Мин иһә атайға, әттәгенәһе, Сәғит Әсғәтовичҡа инеп сығам.

– Обижаешь, Айнур Сәғитович!

– Ярай, үпкәләмә! Шаяртып әйтәм дә, һәләттәрең булмаһа, нисек минең урынбаҫар булыр инең, әй?

Марат өҫтәл артында ҡуҡырайҙы, Айнур Сәғитовичтың үҙенән маҡтау ишетеү мәртәбә бит, бик һирәктәр быға лайыҡ була торған. Хәйер, етәксеһе тыштан ғына ҡырыҫ тойола, бер уйлаһаң унан изге күңелле кеше юҡ. Кеше лә айырмай, ҡайһы бер түрәләр кеүек. Атаһы ла шулай. Ҡуштанланыуҙы икеһенең дә ене һөймәй. Хакимиәт эргәһендә файҙа эҙләгәндәргә көн бөттө инде, әммә күптәргә был оҡшамай, шуға аталы-уллы Нурдәүләтовтарға теш ҡайраусылар, эштәрендә йөй эҙләүселәр етерлек. Унан бигерәк ҡыҙлы әҙәмдәр буйҙаҡ йәш матур егет Айнур Сәғитовичҡа ҡыҙҙарын димләп бер булалар. Айырыуса бер эшҡыуар ҡатын Гөлсимәме әле исеме, йонсота. Әммә начальнигы бирешмәй әле.

Биш бергә эшләгән дәүерҙә кем менән булһа ла осрашҡанын иҫләмәй Марат, бәлки Айнур йәшерә беләлер. Юҡтыр, барыбер һиҙер ине. Тимәк, мөхәббәтен әле осратмаған. Осратыр әле, хоҙай ҡушһа. Ана, Марат ҡапты бит, осраҡлы танышыу ысын мөхәббәт тарихына әйләнеп бара түгелме? Риданың холҡо еңел, һис яһалма түгел, ихлас, күңелсәк, телгә лә үткер, оҡшаны ла ҡуйҙы. Һәм иртәгә бына теүәл бер кис улар өсөн! Айнур Сәғитовичҡа ла ял ҡамасау итмәҫ, әтеү ошо хакимиәттән һис ҡайта белмәй. Ә бит тормош эштән генә торорға тейеш түгел!

***

Атаһы хупланы идеяларын. Тимәк, ял көндәренә тыныс күңел менән китһәң дә була. Айнур өҫтәлдәге ҡағыҙҙарын, папкаларын тәртипкә килтерҙе лә сәғәткә күҙ һалды. Алты тулып уҙып киткән дәһә! Марат биштә үк тайҙы инде, ауылға ҡайтып килергә кәрәк, тип. Ҡайтып ауһаң да була, ә иртәгә… Иртәгә урынбаҫарының күңелен күрергә кәрәк. Һылыумы әле исеме теге ҡыҙҙың? Әллә ни эшләп был исем күңеленә кереп батты ла ҡуйҙы. Әлбиттә, бер танышыу бер нәмәне лә хәл итмәй. Төрлө мөнәсәбәттәрҙән быға тиклем арыраҡ тора килде, йәшлек шауҡымында үлеп ғашиҡ булған ҡыҙы уны ташлап киткәс.

Һуңғы арала атаһы-әсәһе, унан бигерәк өләсәһе өйләнеү тураһында йышыраҡ һүҙ ҡуҙғата башланы, етмәһә. Оло быуындың үҙенең фәлсәфәһе, карьера, шәхси бәхет төшөнсәләрен улар бик аңлап етмәй. Бөгөнгө заман кешеһе үҙ-үҙенә мөкиббән бит, яңғыҙ булыуҙы насар әйбер һанамай. Шуғалыр ҙа айырылышыуҙар ҙа күп, йәштәр өйләнешергә, бала табырға ашыҡмай. Дәүләт ҡулынан килгәнсә демография ны күтәреү сәйәсәтен алып барһа ла. Гүзәл заттар кейәүгә сығып, иргә аш бешереп ултырыуҙы бәхеткә һанамай. Ир-егеттәр иһә ҡатын-ҡыҙҙарҙың каприздарын үтәүсе ролен башҡарырға теләмәй. Айнур үҙе бәхетле, һөйөүле ғаиләлә үҫте.

Тик бына үҙе әлегә мөхәббәтенән уңманы. Бер бешкәс өрөп ҡабаһың тигәндәй, яңы мөнәсәбәттәргә керергә ашыҡманы. Эш менән баҫты күңел ярһыуын. Ә шулай ҙа кем яратыу-яратылыу хаҡында хыял итмәй? Теләһә ниндәй кешенең был иң төп һәм тәбиғи мохтажлығы. Әлбиттә, ул да был хаҡта хыял итә. Әммә йәнен әсир итер бер кем осраманы бүтән. Ул эҙләмәне лә. Шулай ҙа ул әҙер төҫлө: тап ошо мәлдә күктәр уға ихлас һәм таҙа хис бүләк итһә ине.

Шундай уйҙар менән ул хакимиәт бинаһынан сыҡты, әммә күктәр шаяртырға булды, ахыры, баҫҡыста инде ҡасанан бирле уның һәр аҙымын күҙәтеп, әйләнгән һайын юлды быуған апалы-һеңлеле Яҙгөл менән Айгөл тора ине.

– Айнурчик! Ә беҙ һине көтәбеҙ!

Яҙгөл “Ҡаптың бит, егет!” тигәндәй ҡәнәғәт төҫ менән йылмайҙы. Айгөл бары һоҡланыу тулы ҡараштарын ғына төбәне, мэр улынан да сибәрерәк егет юҡтыр ҡалала. Етмәһә, һаман яңғыҙ. Тимәк, ҡулға эләктерергә мөмкинлек бар.

– Айнур ағай, көттөрҙөң дә, бер сәғәт һине көтәбеҙ, эш көнөң биштә бөтмәйме, бигерәк эш ҡорто икәнһең!

Айгөл йөҙөнә балаларса ихласлыҡ бирергә тырышты. Егеттәр ярата, тиҙәр, бит шундайҙарҙы. Ә бына Яҙгөл Айгөлдөң тап киреһе. Сөсөлдәргә бик яратмай, егеттәрҙең өҫтөнә менеп бара. Был юлы ла Айнурҙы хакимиәте бинаһы алдында ҡаршы алыу уның идеяһы булды. Теш үтмәҫ сәтләүек булды бит был шулай ҙа мэр улы, ярты йылдан ашыу инде күп ҡыҙҙарҙың хыялы булған ошо йәш буйҙаҡ артынан сабалар, ул саҡматаштай һынмай ҙа, һығылмай ҙа. Ләкин был ҡыҙҙарҙы киреһенсә ярһытҡандай, айырыуса Яҙгөлдө, ул һәр теләгенә ирешеп өйрәнгән, хатта әсәһе уға ҡаршы сыға алмай. Этлек менән булһа ла мораҙын бойомға ашыра. Әлбиттә, Айнур кемгә эләгәсәк тип әйләнгән һайын ҡыҙыу ғына бәхәсләшәләр, хатта бер тапҡыр сәс тартышыуға барып еттеләр. Әсәләренән эләкте. “Кемегеҙгә эләкһә лә, барыбер түгелме? Айгөл, ҡурҡма, әгәр Айнур һине һайламаһа, уның урынбаҫары Марат тигән егет шулай уҡ сибәр генә, атаһы лә дәрәжәле, шуның менән танышырһың!” тип тынысландырҙы. Фотоһын күрһәтте. Ысынлап та, матур ғына ҡараҡас егет. Ярай, Айнур апаһының ҡармағына ҡапһа, ул Марат менән хушһынырға риза.

Скачать книгу